Гражданлыҡ институттарын үҫтереү, йәмәғәт ойошмаларын борсоған проблемаларҙы хәл итеү

Ошо һәм башҡа һорауҙар Өфөлә асылған Гражданлыҡ форумында ҡаралды. Күләмле сарала республиканың төрлө төбәктәренән социаль хеҙмәткәрҙәр, коммерция булмаған ойошма вәкилдәре ҡатнашты. Һуңғылары өсөн ҡаралған Рәсәй гранттарын отоу буйынса Башҡортостан икенсе урында тора. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Ҡырмыҫҡалы районындағы мәктәптә ҡул эштәре түңәрәген етәкләүсе Лилиә Юлдашбаева балаларҙың ижад емештәрен ғорурланып күрһәтә. Башлыса сыуаш милләте белем алған учреждениела башҡорт милли биҙәүестәр етештереү түңәрәге ҙур һорау менән файҙалана. Күп милләтле ауылда ижади түңәрәк йәмәғәт ойошмалары өсөн ҡаралған грант ярҙамында асылған.

Өфөлә коммерция булмаған ойошмаларҙың үҫешенә, гражданлыҡ йәмғиәте системаһын камиллаштырыуға бағышланған форум эшләй башланы. Башҡортостан был йүнәлештә даими үҫешкән төбәк булып тора, сөнки Рәсәй Президенты гранттары конкурсында республика икенсе урын яуланы.

Коммерция булмаған ойошмаларҙы әүҙемләштереү, социаль йүнәлешкә ылыҡтырыу көн талабы. Республикала бындай ойошмалар һаны 5 меңдән ашыу.

Башҡортостанда ғәмәлгә ашырылған 74 социаль проектты финанслау өсөн 83 млн һум аҡса йүнәлтелгән. Грант аҡсалары балалар, мөмкинлектәре сикләнгән граждандар, оло йәштәге кешеләр менән бәйле мөһим проекттарҙы күтәреп сығырға ярҙам иткән. Газета-журналдар, телевидение һәм башҡа киң мәғлүмәт саралары был эшмәкәрлеккә иғтибарҙы йәлеп итеү өсөн төп инструмент булып тора.

Форум сиктәрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров иң әүҙем йәмәғәт ойошмалары ағзаларын Маҡтау билдәһе менән бүләкләү тәҡдимен индерҙе. Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә күп көс һалған шәхестәргә премия тапшырыу социаль тармаҡты яңы кимәлгә сығаыуҙа тағы ла бер этәргес булып тора.

Флорида Ким