Башҡортостан етәкселегенең тынғыһыҙ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе

Милли рейтингтың тәүге бишәү исемлегенә Башҡортостан былтыр, күтәрелгәйне. Ул осорҙа республика 16 позицияға ынтылыш яһаны. Милли рейтинг 2014 йылдан башлап төҙөлә. Уның ярҙамында төбәк властарының бизнес алып барыуға уңайлы шарттар тыуҙырыу мөмкинлектәре баһалана. 2021 йылда республиканың төп капиталына 419 миллирд һумдан ашыу инвестиция йәлеп ителгән.

Белгестәр фекеренсә, республиканың инвестиция мөхите буйынса федераль рейтингта юғары күрһәткескә өлгәшеүе, тәү сиратта Башҡортостан етәкселегенең тынғыһыҙ эшмәкәрлек һөҙөмтәһе.