Үткән аҙнала Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә асылған йәмәғәт биләмәһенең уңайлылығын баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары үҙҙәре үк күреп ҡайтты. Тәбиғәт ландшафтын һаҡлап эшләнгән Ҡашҡаҙан күленең биҙәге булған музыкаль һәм төҫлө фонтандарҙың урғылыуын БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Зариповтар ғаиләһе Өфөлә бындай ял урыны асылыуын түҙемһеҙләнеп көткән. Сабыйҙары хатта ялан аяҡ, алтын төҫөндәге кварц ҡомонда йөрөп кинәнә. Ғаилә «Ҡашҡаҙан» ял һәм мәҙәниәт паркын ҙур мегаполистың иң шәп ял урыны, тип иҫәпләй.
Ҡашҡаҙан күлендә экологик дизайн концепцияһы уңышлы тормошҡа ашырылған. Тынсыу ҡала урамдарынан һуң бында үҙеңде йәшеллеккә бай, мул һыулы утрауға эләккәндәй хис итәһең. Күл төбө ҡаҙылып, тирә-яғы ҡыйҙан, ҡороған ағастарҙан таҙартылған.13 гектар майҙанда паруслы спорт төрҙәре, катамаран, кәмәләргә урын бүленгән. Йәмәғәт пляжында халыҡтың хәүефһеҙлеген ҡотҡарыу хеҙмәте тәьмин итә, өлкән быуын вәкилдәре лә ял һәм мәҙәниәт паркының уңайлығын юғары баһалай.
Рәмил Әхтәриевтың янынан үтеүселәр уның төрлө ҡош тауыштары сығарыуына һоҡланып ҡарай. Үҙе йәшәгән ерҙә иҫ киткес уңайлы һәм уникаль ял зонаһы асылыуын ул музыкаль сәләм аша еткерә.
Парктың дөйөм майҙаны – 32 гектар. Күлдең һул ярында ете пирс урынлаштырылған. Тәүгеһе кәмәләр туҡтау өсөн тәғәйенләнә. Дуҫтар менән осрашыу, күргәҙмәләр, фотозона, хатта балыҡсылар өсөн дә урын ҡаралған. Бындай шарттарҙа ял итергә хатта Сибайҙан килеүселәр ҙә бар.
Нийайәт, көтөп алынған мәл. Һыу өҫтәндә урынлашҡан фонтандан йылы төҫтәр менән проекцияланған һыу тамсылары күккә атыла. Моң һәм динамика ярҙамындағы сағыу күренеш – шоуҙан күҙҙәр ҡамаша. Ҡашҡаҙандағы фонтан Дубай фонтандарынан һис ҡалышмай, тиеүселәр ҙә бар.
Өфөлөләрҙе фонтанлы итеүселәр һыуҙа йөҙөп йөрөгән уникаль фонтанды аквалангистар ярҙамында ике ай ярым эсендә ҡорған. Киләсәктә проектор ярҙамында тағы ла сағыуыраҡ картиналар күрһәтеү күҙаллана. Фонтан һыуҙы этәреп сығарыусы юғары баҫымлы форсункалар ярҙамында эшләй. Тап улар һыуҙы юғары баҫым ярҙамында тиҫтәләрсә метрға тиклем һиптерә лә инде. Сағыу тамаша динамикалы яҡтыртыу ҡорамалдары менән оҙатыла.
«Ҡашҡаҙан»дың ял зонаһында 400-ҙән ашыу яҡтыртыу нөктәһе бар. Ул һанлы форматта эшләй. Уникаль проект йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙлеген иҫәпкә алып тормошҡа ашырылған. Июнь аҙаҡтарына тиклем ярҙамсы юлдар, зауыҡ менән биҙәлгән газондар тулыһынса төҙөлөп бөтөр, тип күҙаллана.
«Ҡашҡаҙан» паркы – Өфөнөң йөҙөк ҡашы. Фонтандар мөһабәтлеге, матурлығы менән Петергоф йәки Шанхай фонтандарынан һис тә ҡалышмай. Халыҡтың йәмәғәт биләмәһендә спорт менән шөғөлләнеү өсөн дә шарттар бар. Яҡын киләсәктә Ҡашҡаҙан туристар мәккәһенә лә әүерелер, тип күҙаллана.
Гүзәл Борханова