“Табын-фест” алдынғы һәм ижади ҡарашлы йәштәрҙе йыйҙы

Ғафури районында ырыу байрамы дауам итә. Йәштәр өсөн танып-белеү, күңел асыу программаһы әҙерләнгән. Төрлө йүнәлештәр буйынса белем биреү майҙансыҡтары, спорт ярыштары, халыҡ кәсептәре әйберҙәре күргәҙмәһе, һәүәҫкәрҙәр концерты ойошторола. “Табын батыры” һәм “Табын һылыуҡайы” конкурстары үткәрелә. Фестивалдә “Өлгөлө йәш ғаилә”, “Өлгөлө йорт”, “Күп балалы йәш ғаилә” район ярышы еңеүселәрен дә бүләкләү тантанаһы була. “Табын” ырыуҙары төбәк-ара йәмәғәт берләшмәһе советы рәйесе Фәнил Ҡоҙаҡаев һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт