Илдәге иң яҡшы тәжрибәне уртаҡлашыу маҡсатында Өфөгә Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы вәкилдәре һәм Архангел өлкәһенән делегация килде. Улар белем усаҡтарында ойошторолған туҡланыу менән танышты.
Өфөнөң 21-се лицейында Архангел өлкәһе белгестәре өсөн аш-һыу әҙерләү процесы күһәтелде. Белем усағы етәкселеге һәм махсус комиссия мәктәптәге ризыҡ сифатын көн һайын тикшереп, һөҙөмтәләрҙе чек-биттәргә беркетеп бара.
Ата-әсәләр өсөн уҡыу йорттарында аш-һыу тәмләп ҡарау ҙа ойошторола. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, балалар туҡланыуына айырыуса иғтибар бүленә. Быйыл Рәсәйҙең 63 тәбеге араһында беҙҙең республика мәктәп туҡланыуын ойоштороу тәжрибәһе буйынса иң яҡшыһы тип танылды.
Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы менән Архангел өлкәһенән килгән делегацияға Республика менән идара итеү үҙәгендә экскурсия ойошторолдо. Бында улар мәктәп туҡланыуын ойоштороуҙы тикшереү һөҙөмтәләре менән танышты.