Һәр сабый ғаиләлә үҫергә тейеш

Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында тәрбиәгә бала алған ғаиләләрҙең республика конкурсы үтте. Сарала Башҡортостандың төрлө ҡала райондарынан 4 тиҫтәнән ашыу ғаилә ҡатнашаҡан, финал конкурсына иһә 13 ғаилә һайлап алынған.

Улар барыһы ла муниципаль этап еңеүселәре. Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға йөрәк йылыһын биргән ғаиләләр менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова аралашты.

Баймаҡ районынан Ҡарабаевтар Өфө сәхнәһен тәүге тапҡыр ғына гөрләтмәй. Ғаилә республика, район конкурстарында даими ҡатнаша һәм еңеү яулай. Сөнки уларҙың тотош Башҡортостанға күрһәтерлек ҡаҙаныштары бихисап. Йәнйегет ауылында йәшәгән Фәниә менән Азамат Ҡарабаевтар – үҙҙәренең 4 балаһы янына 10 етемде тәрбиәгә алған өлгөлө ғаилә. Улар16 йыл дауамында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы оло тормошҡа ла әҙерләй, йөрәк йылыһын да өләшә.

Йәрмәкәй районынан Шәймәрҙановтарҙың стажы әҙерәк, әммә ғаилә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙҙәрен ыңғай яҡтан ғына күрһәтеп өлгөргән. Шәймәрҙәновтарҙы кәсепселәр ғаиләһе тип атарға мөмкин, улар кейеҙ әйберҙәр ҙә баҫа, ҡайын һағыҙы ла ҡайната, һабындан ҡул эштәре лә яһай, умартасылыҡ менән дә шөғөлләнә.

Республика конкурсында ҡатнашырға дүрт тиҫтәнән ашыу ғаилә теләк белдергән, финалға 13 ғаилә сыҡҡан, уларҙың һәр береһенең үҙҙәренә генә хас традициялары бар. Берәүҙәре –ижадта, икенселәре – спортта, өсөнсөләре ҡул эштәрендә көслө. Шуға еңеүселәрҙе билдәләү ҙә еңел түгел. Тәүге өс урынды яулаусыларға аҡсалата премия ҡаралған.

Конкурс сиктәрендә тәрбиәгә бала алған ғаиләләр өсөн оҫталыҡ дәрестәре лә, белгестәр кәңәше лә үткәрелә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, тәрбиәгә бала алыусыларға булышлыҡ итеү, уларҙың абруйын күтәреү бик мөһим. Әлеге ваҡытта республикабыҙҙа ошондай ғаиләләр иҫәбе 7 меңдән ашыу, уларҙа 11 меңгә яҡын етем йәки ата-әсә ҡарауынан мәхрүм бала күңел йылыһы тапҡан.

Рәмзиә Кәримова