Өфөнөң Ленин районы предприятиелары вәкилдәре шәмбене шешлек ҡыҙҙырып түгел, ә волейбол уйнап үткәрҙе. Спартакида иҫәбенә ойошторолған ярышта тиҫтәгә яҡын команда ҡатнашты. Улар араһында коллегаларыбыҙ – «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәре лә булды. Ҡыҙыу уйындар барышын БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов күҙәтте.
Ярышта һәүәҫкәр командалар ҡатнаша, әммә айырым уйынсылар профессиональ волейболсыларҙан бер ҙә генә ҡалышмай. Улар көслө һөжүм ойошторорға ла, блок ҡуйырға ла, хатта юғары тиҙлек менән осоп килгән тупты ҡабул итергә лә өлгөрә.
Ленин районы спартакиадаһы иҫәбенә ойошторолған ярышта тиҫтәгә яҡын предприятие ҡатнашты. Уларҙың һәр береһе турнирға етди әҙерләнгән. Ир-аттар менән бергә ҡайһы бер командалар составына ҡатын-ҡыҙҙар ҙа йәлеп ителгән. Әйтергә кәрәк, гүзәл заттар үҙ уйыны менән дөйөм картинаны боҙманы.
«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы Ленин районында ойошторолған бер генә ярыштан да ситтә ҡалмай. Айырыуса волейбол – БЮТ хеҙмәткәрҙәренең иң яратҡан спорт төрҙәренең береһе.
Йылдар дауамында ойошторолоп килгән спартакиада еңел атлетика, йөҙөү, футбол, өҫтәл теннисы кеүек тиҫтәгә яҡын спорт төрөн үҙ эсенә ала. Уларҙың һәр береһендә еңеүселәр асыҡлана. Ойоштороусылар билдәләүенсә, төп маҡсат – сәләмәт тормошто пропагандалау һәм коллективта берҙәмлекте нығытыу.
Ярыш һөҙөмтәһе буйынса төп кубокты «Башспирт» командаһы яуланы. Икенсе-өсөнсө урындарҙы «Башнефтегеофизика» менән «Молния» предприятиелары бүлеште.
Илдар Байбулатов