Миллиардтарса һумға иҫәпләнгән инвестиция проекттары

Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында Башҡортостан 3 тиҫтәнән ашыу хеҙмәттәшлек килешеүе ҡабул итә. Республика делегацияһын Радий Хәбиров етәкләй. Башҡортостанда тормошҡа ашырылған проекттар араһынан Ағиҙел аръяғының үҫеш планын, республика һуғыш ветерандары госпиталенең яңы бинаһын төҙөүҙе, математика лицей-интернатын сафҡа индереүҙе, импортты алмаштырыу буйынса эш йүнәлештәрен билдәләргә мөмкин.

Форум майҙанында тәүге тапҡыр студенттар кампусының проекты менән дә таныштырҙылар. Нева йылға буйынан килгән яңылыҡтар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Студенттар кампусы тигәндә, күҙ алдына уҡыу йорттарының ятаҡтары, бәләкәй генә бүлмәләр баҫа. Әммә был юлы түгел. Өфөнөң үҙәгендә төҙөләсәк объект йәшәү, белем алыу һәм инновацияларҙы тормошҡа ашырыу майҙаны булып тора. Үҙенсәлекле архитектура проекты аудитория-лаборатория блогы менән уратылған 7 ятаҡты үҙ эсенә ала. Бында белем алырға ла, фән менән шөғөлләнергә лә, ғилми тикшеренеүҙәр алып барырға ла мөмкин. Кампуста бер юлы 5 меңгә тиклем магистр йәшәй ала.

Иҡтисад форумдарының төп маҡсаты – күләмле инфраструктура проекттары өсөн финанслау сығанағы табыу. Форумда Башҡортостан «ДОМ РФ» институты менән хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, ойошма Республика һуғыш ветерандары госпиталенең 10 миллиард һумға иҫәпләнгән яңы бинаһын төҙөүҙә ҡатнашырға ниәтләй. Шулай уҡ Ағиҙел аръяғының инфраструктураһын яҡшыртыу, математика лицей-интернатын төҙөү, 8 миллиард һумға һыу селтәрҙәре һуҙыу хаҡында һүҙ бара. Килешеүҙең дөйөм хаҡы – 21 миллиард 500 миллион һум.

Форумда Башҡортостан юл селтәрҙәренең үҫешенә айырым иғтибар бирелде. Радий Хәбиров был өлкәләге эшмәкәрлекте төҙөлөштәге яңырыу осоро тип атаны. Сарала «Автодор» йәмғиәтенең етәксеһе Вячеслав Петушенко менән осрашыуҙа ла М-12 Мәскәү-Екатеринбург юғары тиҙлекле трассаһын төҙөү хаҡында һүҙ барҙы. Был юлдың 140 километры Башҡортостан аша уҙа, уны ике йылдан сафҡа индереү ҡаралған. Республика Екатеринбургтан Ҡара диңгеҙ буйына тиклем һуҙылған Көньяҡ-Көнбайыш юлы проектында ла ҡатнашырға ниәтләй.

Радий Хәбировтың «ВТБ банкы» етәксеһе менән осрашыуында иһә Көнсығыш сығыу юлын төҙөү проекты тикшерелде. Әле объект 47 процентҡа әҙер, эш графиктан алдараҡ бара һәм өҫтәмә финанслау талап ителә. Ошо маҡсатта 2023 йылға иҫәпләнгән сығымдарҙы был йылға күсерергә мөмкин. Шулай уҡ төҙөлөш материалдарының ҡиммәтләнеүен дә иҫәпкә алыу мотлаҡ.

Форумда Башҡортостанда туризмды үҫтереү буйынса килешеү ҙә ҡабул ителде. Бынан тыш, ҡошсолоҡ тармағын үҫтереү, «Агроэкспресс» проекты сиктәрендә күмәртә-бүлеү үҙәге төҙөү буйынса килешеүҙәр ҡабул ителде. Иртәгә форумдың өсөнсө көнөндә лә хеҙмәттәшлек документтарына ҡул ҡуйыу ҡаралған. Шулай уҡ төбәктәрҙең инвестиция рейтингы ла иғлан ителә. Башҡортостан былтыр был исемлектә 5 урын алғайны. Форумда ҡатнашыусылар Ил президенты Владимир Путиндың сығышын да көтә.

Рәмзиә Кәримова