Алтмыш биш миллиард һумға 31 килешеү

Бөгөн оператив кәңәшмәлә Башҡортостан делегацияһының Санкт-Петербургтағы халыҡ-ара иҡтисади форумдағы эш йомғаҡтары тикшерелде.

Радий Хәбиров, һөҙөмтәләр лайыҡлы, юғары кимәлдә, тип билдәләне. Ҡатмарлы иҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан, республиканың инвестиция рейтингында 5-се урынды һаҡлап ҡалыуы үҙе үк ҙур ҡаҙаныш.

Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың яҡынса мәғлүмәттәре лә иғлан ителде. Статистика күрһәткестәре буйынса, Башҡортостан халыҡ һаны буйынса Рәсәйҙә етенсе, Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй. Республика башлығы Башҡортостан буйынса статистика органы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы. Өс хеҙмәткәр дәүләт наградаларына һәм почетлы исемдәргә лайыҡ булды.

Оператив кәңәшмәлә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу менән бәйле һорауҙар ҙа ҡаралды. Халыҡтан килгән мөрәжәғәттәрҙән күренеүенсә, төбәк операторҙары граждандарҙы тарифтар үҙгәреүе, сүп-сарҙы сығарыу графигы хаҡында ваҡытында иҫкәртмәй. Һөҙөмтәлә йәмәғәтселек араһында ризаһыҙлыҡ килеп тыуа. Киләсәктә был мәсьәләне хәл итеү бурысы ҡуйылды.

Был өлкәләге эшмәкәрлек буйынса отчет доклады Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 5 июлдәге ултырышында тәҡдим ителә. Шулай уҡ бөгөн республика биләмәһендә йорт хайуандары һәм ҡоштары араһында йоғошло ауырыуҙар таралыуын иҫкәртеү хаҡында ла һүҙ барҙы.

Алда – Ҡорбан байрамы, был осорҙа ситтән мал индереү осраҡтары арта. Белгестәр халыҡҡа ветеринарҙарға мөрәжәғәт итергә, тикшереүҙәр үтәкрергә тәҡдим итә. Сөнки бер сирле мал тотош төбәкте хәүеф аҫтына ҡуйыуы мөмкин.

Рәмзиә Кәримова