Өфөгә Дәүләт Думаһының Милләттәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Геннадий Семигин килде

Рәсми ҡунаҡ иң тәүҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һәм депутаттары менән осрашты. Артабан республика биләмәләрендәге милли-мәҙәни ойошмалар вәкилдәре менән милләт-ара татыулыҡ һәм тыныслыҡты нығытыу мәсьәләләре тураһында фекер алышты.

Әңгәмә барышында был йәһәттән өҫтәмә социаль-иҡтисади шарттар тыуҙырыу мөһимлеге билдәләнде. «Башҡортостан – Рәсәйҙең күп милләтле төбәктәренең береһе. Бында милли сәйәсәт мәсьәләләрен хәл итеү өлкәһендә бай тәжрибә тупланған. Халыҡтарыбыҙҙың быуаттар буйы формалашҡан йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү бик мөһим», – тине Дума комитеты рәйесе.

Геннадий Семигин шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Дәүләт Думаһына тәҡдим иткән Рәсәй халыҡтарының туған телдәрен өйрәнеү мәсьәләләренә ҡағылышлы закон проектын хуплап сығасағын белдерҙе.

Рәзилә Ғиниәтуллина