Йылайыр районының Һыҙғы ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы уҙҙы

Шәжәрәлә – сал тарих. Һуңғы осорҙа райондарҙа шәжәрә байрамдарын үткәреү, туғанлыҡ тамырҙарын барлау йолаға әүерелде, ауылдар тарихы менән ҡыҙыҡһыныу бермә-бер артты. Ошо көндәрҙә Йылайыр районының Һыҙғы ауылы үҙ халҡын йыйҙы. «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» менән «Шәжәрә» байрамын берләштергән сараны БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.

Йылайыр районы Һыҙғы ауылына 1550 йылдарҙа нигеҙ һалына, 1748 йылда иһә Килсенбай ауылы тип йөрөтөлә башлай. Урындағы халыҡ борондан дегет ҡайнатыу, йылҡысылыҡ, ағас күмере етештереү менән шөғөлләнә. Айтуғай колхозы талҡалыу менән был ауылдан халыҡ төрлө яҡҡа тарала, 1963 йылда Һыҙғы ауылы бөтә.

Быйыл Һыҙғылар берҙәм ырыуҙаштар тырышлығы менән ауылда мәсет урынына манара, ауылдың исемен билдәләп тороусы стела урынлаштыра һәм бөйөк ватан һуғышы ветерандарына һәйкәл яңырта. Ауыл инде юҡ, шулайҙа инициатив төркөмдөң әүҙемлеге менән быйыл ул үҙ тамырҙарын барланы.

Байрам программаһы бик бай һәм йөкмәткеле булды. Ул Ҙур концерт, спорт уйындарын тупланы. Һаҡмаҡ буйында шәжәрә байрамы гөрләне, ҡан-ҡәрҙәштәрҙе осраштырҙы, берләштерҙе, быуындар сылбырын нығытты, тарихи тамырҙарҙы тергеҙҙе.

Рүзилә Ғүмәрова