Михаил Мишустин Минскиҙа Башҡортостанда төҙөләсәк заводты ҡараны

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Беларускә эш сәфәре барышында “Амкодор” корпорацияһы эшмәкәрлеге менән танышты. Ойошма етәкселеге белдереүенсә, тиҙҙән Башҡортостанда завод төҙөлә. Бында игенде эшкәртеү өсөн ҡорамалдар етештерелә башлаясаҡ. Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында “Амкодор” һәм беҙҙең республика араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Беларусь корпорацияһы Башҡортостанда ике ҙур инвестиция проектын тормошҡа ашыра.