Бөгөн Виктор Цойҙың тыуыуына 60 йыл

Ҡояш исемле йондоҙ. Бөгөн Рәсәй халҡы актер, рәссам һәм рок-легенда Виктор Цойҙы хәтергә ала. Беҙҙең арала булһа, уға 60 йәш тулыр ине. Виктор Цой 1962 йылда Ленинградта тыуа. Үҫмер сағынан “Алтынсы палата” төркөмөндә уйнай башлай. 1981 йылда “Кино” төркөмө ойошторола. Цой уның лидеры булып китә. “Виктор Цой ҡабатланмаҫ башҡарыусы”, ти уның ижадын яратыусылар.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Виктор Цой 1990 йылдың 15 августында юл ҡазаһында һәләк була. Бөгөн Рәсәй ҡалаларында уға бағышланған саралар үтә.