Малдар һау булһа, халыҡ та сәләмәт. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республикала йорт хайуандары һәм ҡоштары араһында йоғошло ауырыуҙар таралыуын иҫкәртеү хаҡында һүҙ барҙы. Алда мосолмандарҙың ҙур байрамы - Ҡорбан ғәйете. Был осорҙа ситтән мал индереү осраҡтары арта. Белгестәр халыҡҡа ветеринарҙарға мөрәжәғәт итергә, малдарға тикшереү үткәрергә тәҡдим итә. “Бер сирле мал тотош төбәкте хәүеф аҫтына ҡуйыуы мөмкин”, - ти Башҡортостан Ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт