Башҡортостан баҫыуҙарында эш дауам итә

Ашланған ер - аш бирер. Республика хужалыҡтары яҡшы уңыш алыр өсөн сәсеүлектәрҙе хәстәрләй. Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ужым культуралары 134 мең, иртә культуралар 665 мең гектарҙа химик утау үткән. Шәкәр сөгөлдөрө майҙандарының 36 мең гектарында был эш башҡарылған. Мәләүез районының “Салауат “хужалығында 455  гектарҙа техник культура сәселгән. Ямғырҙар эште тотҡарлауға ҡарамаҫтан, химик утау эшен ваҡытында башҡарып сығырға тырышабыҙ, ти хужалыҡ агрономы Рәзилә Яманаева.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Быйыл Республикала шәкәр сөгөлдөрө 47 мең гектар майҙанда ултыртылды.