Башҡортостанда йүнселдәргә ярҙам итеү маҡсатында бизнесҡа һалымды кәметеү күҙаллана

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ҡулланыусылар йәмғиәттәре һәм сауҙа комплекстарына мөлкәткә һалымды, ә ябайлаштырылған һалым системаһы менән файҙаланған йылдам үҫеш биләмәләре резиденттарына йыллыҡ ставканы кәметергә тәҡдим итәләр.

Бынан тыш, бюджет-ара мөнәсәбәттәр тураһындағы законға төҙәтмәләр индереү көтөлә. Көрсөккә ҡаршы саралар пакеты республика парламентының яҙғы сессияны йомғаҡлау ултырышында, 30 июндә ҡарала.

Рафиҡ Әхмәтшин