Белорет районы Тирлән ҡасабаһында йәшәгән ханым хәүефле табышҡа юлыҡҡан

Баҡсала хәрби граната. Түтәлдәрҙе утаған мәлдә ул ярсылған граната табып алған. Ваҡиға урынына саперҙар саҡырылған.

Улар хәүефле табыштың шартлатҡысы ҡуйылмаған граната булыуын асыҡлаған. Әле ул оператив тәфтиш төркөмөнә тапшырылған. Белгестәр ҡоралдың баҡсаға ниндәй юл менән эләгеүен асыҡлай, тип хәбәр итә «Росгвардия»ның Башҡортостан буйынса идаралығы.