Башҡортостан юлдарында «Бурыслы» операцияһы башланды

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре дәүләт алдындағы йөкләмәләре буйынса ваҡытында иҫәпләшмәгән водителдәрҙе асыҡлай.

Һүҙ тәү сиратта юлда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтар тураһында барһа ла, операция барышында суд приставтары һәм федераль һалым хеҙмәтенең иҫкәртмәләре иҫәпкә алына.

Административ кодексҡа ярашлы, 60 көн эсендә түләнмәгән штрафтың суммаһы икеләтә арта. 15 тәүлеккә ҡулға алыуҙары, йә 50 сәғәткә тиклем мәжбүри эшкә ҡушыуҙары мөмкин. Штраф тураһында мәғлүмәтте дәүләт хеҙмәттәре порталында ҡарарға була.

Рафиҡ Әхмәтшин