Тәжрибә яланы. Башҡорт дәүләт университетының бер төркөм студенттары йыл дауамында алған белемдәрен практикала һынай. Буласаҡ геодезистар һәм картографтар менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.
Башҡорт дәүләт университетының Ер фәндәре һәм туризм факультетында белем алыусы студенттар әлеге мәлдә Архангел районында урынлашҡан Аҙау фәнни полигонында ялан практикаһын башланы. Буласаҡ геодезистар һәм картографтар йыл дауамында алған теоретик белемен тәбиғәттә камиллаштыра.
Ер фәндәре һәм туризм факультетының геодезия, картография геомәғлүмәти системалар кафедраһы уҡытыусылары студенттар менән иртәнән кискә тиклем фәнни-эҙләнеү эштәре менән мәшғүл. Инженер-геодезия тикшеренеүҙәре һәм башҡа йүнәлештәр буйынса практик шөғөл ҡыҙҙар-егеттәр өсөн яҡшы тәжрибә булып тора.
Геодезия – грек һүҙе, «ерҙе бүлеү» тип тәржемә ителә. Был фәндең башланғысында Пифагор торған, тип иҫәпләнә. Сөнки тап ул шар формаһындағы ерҙең үлсәмен тәүгеләрҙән булып билдәләй. Йәш пифагорҙарҙы үҫтереүсе уҡытыусы Руслан Рәмил улы геодезик ҡоролмалар менән үҙе лә эш итергә ярата.
Тормошон ер фәне, геодезия менән бәйләргә теләүселәргә тәбиғәттең һәр күренеше ҡыҙыҡ. Архангел районында урынлашҡан Аҙау фәнни полигонында ла студенттар ямғыр тимәй, ел тимәй үҙ эшен дауам итә. Белемле, яҡшы әҙерлекле белгес булырға ынтыла.
Рәзилә Салауатова