Башҡортостан башлығының Рәсәй президенты эргәһендәге тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә илебеҙҙең баш ҡалаһында йәшәгән милләттәштәребеҙ ойошторған кисәлә фольклор коллективтары сығыш яһаны.
Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫты һаҡлау йылына арналған кисәлә Мәскәү мәктәптәрендә уҡыған балалар милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың шиғырҙарын туған телдә яттан һөйләне. Осрашыуҙы халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре биҙәне.