Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Йәмәғәт советы ултырышы уҙҙы

Бизнес коррупцияға ҡаршы. Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бөгөн ошондай исем аҫтында Йәмәғәт советы ултырышы уҙҙы.

Бизнесты яҡлау, эшҡыуарҙарҙың проблемаларын хәл итеү буйынса ултырышта министрлыҡ-ведомство етәкселәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар ҡатнаша. Сарала бар мәсьәләләр ентекле тикшерелә.

Бөгөн ике һорау ҡаралды. Уларҙың береһе, 2014 йылдан Бәләбәй ҡалаһында дизель двигателдәрен ремонтлау менән шөғөлләнгән Мәскәү эшҡыуары буйынса. Ул мутлашыусылар ҡулына эләгеп бизнесынан яҙған, әммә йәмәғәт советы ярҙамында эшмәкәрлеген тергеҙергә өмөтләнә. Икенсе һорау Өфө районында йәшәгән эшҡыуарҙың мөрәжәғәте нигеҙендә ҡарала.

Был эшҡыуар карьерҙа төҙөлөш материалы, йәғни балсыҡ сығарыу менән шөғөлләнә. Әммә һуңғы осорҙа ул үҙенең участкаһына үтә алмай, сөнки күрше биләмәнең хужаһы юлды тулыһынса ҡаплаған. Проблема муниципаль берәмектең майҙанды дөрөҫ итеп теркәмәүе сәбәпле килеп сыҡҡан. Әле район хакимиәте мәсьәләне хәл итеү сараһын күрмәй. Йәмәғәт советы ошо йәһәттән ярҙам итергә ниәтләй.

Флүр Әсәҙуллин, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле

Рәмзиә Кәримова