Ул яҡынса ике аҙна элек автомобиль юлында ятҡан була. Панцирлы хайуан әле Стәрлебаш районының Яңы Ҡалҡаш ауылында. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажында.
Ысынлап та, көтөлмәгән табыш. Тәү ҡарашҡа гөбөргәйелде ҙур таш менән дә бутарға мөмкин. Ләкин Абдрахмановтар ул «таштың» юл аша хәрәкәтләнеүен сәйер күреп туҡтай һәм үҙ күҙҙәре менән шаһит була.
Атаһынан күптән йорт хайуаны һораған Арыҫлан йән эйәһен алып ҡайтырға өгөтләй. Уны ҡарарға һәм артынан йыйыштырып торорға ла вәғәҙә итә. Тәүҙә гөбөргәйелде Стәрлетамаҡтағы фатирҙа тоталар. Шунда уҡ уның турала яңы факттар асыҡлана.
Иректе яратҡан гөбөргәйелде ауылға алып ҡайталар. Саф һауала махсус урын әҙерләп, һыу ҡуялар. Ҡояшлы көндәрҙә ул күләгә аҫтында ятыуҙы хуп күрә.
Һаҙ гөбөргәйеле Башҡортостандың «Ҡыҙыл китабы»на индерелгән. Башлыса ул республика урмандарында һәм күлдәр янында осрай. Уның юлға сығыуын белгестәр көндәрҙең ямғырлы һәм һалҡын тороуына бәйләй.
Ашау яғына Камила һайланмай. Картуф, кишер, икмәк, төрлө үләндәр менән туҡлана. Абрахмановтар уны яҡын арала ветеринарға күрһәтергә уйлай. Әгәр, ысынлап та, уның ғәҙәти йәшәү мөхите тәбиғәт икән, гөбөргәйелде кире Ейәнсура районына алып бармаҡсылар.
Әлфинә Килдейәрова