Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана менән хеҙмәттәшлек сиктәрендә тапшырылған китаптар араһында Башҡорт халҡының тарихы менән Башҡортостан энциклопедияһының ете томлыҡтары, этнография тураһында фәнни әҙәбиәт, башҡорт яҙыусыларының башҡорт һәм рус телендә нәшер ителгән әҫәрҙәре бар.
Үзбәкстан милли китапханаһына баҫмаларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов етәкселегендәге рәсми делегация тапшырҙы. Республика вәкилдәре әле Урта Азия дәүләтендә башҡорт мәҙәни-йәмәғәт ойошмаһының 30 йыллығы уңайынан ойошторолған һабантуйҙа ҡатнаша.
Азат Бадранов шулай уҡ Үзбәкстан мосолмандары диниә назараты вәкилдәре менән дә осрашты. Әңгәмә барышында Әл куфа яҙмаһындағы боронғо Ҡөрьән ҡулъямаларының күсермәһен Өфөгә тапшырыу тураһында һөйләшеү алып барҙы.