Башҡортостан хөкүмәте Усман Ҡөрьәне күсермәһен Өфөгә ҡайтарыу буйынса һөйләшеүҙәр алып бара

Вице-премьер Азат Бадранов етәкселегендәге рәсми делегация эш сәфәре менән Үзбәкстанда булды. Уның барышында Ташкентта Үзбәкстан мосолмандары диниә назараты вәкилдәре менән осрашыу уҙҙы. Һөйләшеү барышында Ҡөрьән күсермәһен ҡулдан яһап уны Өфөлә буласаҡ Евразия китапханаһына тапшырыу мөмкинлеге ҡаралды. Усман Ҡөрьәне 1923 йылға тиклем Өфөлә һаҡланған. Аҙаҡ уны Үзбәкстанға тапшырғандар.