Программа 2025 йылға тиклем ғәмәлгә ашырыла. Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, әле йорттарҙың 84,2 процентына газ үткән. Был һан тағы 7-8 процентҡа арттырыла. -Күп балалы ғаиләләрҙең, ветерандарҙың өсөн газ үткәреү өсөн хәле етмәй. Ҡорамалдары алыу өсөн 100-150 мең һум кәрәк. Шуға республикала 75 һәм 100 мең һумлыҡ сертификаттар алыу мөмкинлеге бар. Әле был программа ярҙамында 5 мең 700 йортҡа газ үтте, - тине Радий Хәбиров. Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә "Газпром газ бүлеү" ойошмаһы станцияларында булды, газ үткәреү буйынса ултырыш уҙғарҙы.