Бөгөн Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө

Тап 81 йыл элек кешелек тарихында дәһшәтле һуғыш башлана. Ҡанлы алышта Советтар Союзы 27 миллионлап кешеһен юғалта. Ватанды фашистик көстәрҙән һаҡлап, башын һалған яугирҙар араһында яҡташтарыбыҙ ҙа күп була.

Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте, ҡала хакимиәте етәкселеге һәм Бөйөк Ватан һуғышының тере шаһиттары – ветерандар, һуғыш балалары ҡатнашлығында хәтер саралары үтте. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Тыныс тормош, бәхеттең яуланыу хаҡы мәңге хәтерҙә булырға тейеш. Өфө тимер юл вокзалы ҡаршыһындағы һәйкәл янында әйтелгән был һүҙҙәр барса халыҡҡа оран булып яңғыраны. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандан фронт һыҙығына ете йөҙ меңдән ашыу кеше оҙатылған, уларҙың яртыһы тиерлек яу яланында ятып ҡала. Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров Хәтер сараһында сығыш яһап, республиканың Еңеүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ булыуын билдәләне.

Яу ҡаһармандары иҫтәлегенә һәйкәл теүәл ике йыл элек ҡуйылғайны. Туғыҙ бронза фигуранан торған композиция һуғышҡа оҙатыу мәлен сағылдыра. Мемориалдың тап тимер юлы вокзалы алдына ҡуйылыуы осраҡлы түгел. Тап ошо майҙандан меңдәрсә яҡташыбыҙ фронт һыҙығына юллана... Хәтер сараһына үҫмер генә килеш яу яланында һәм тылда ҡаһарманлыҡ күрһәткән сал сәсле ветерандар ҙа саҡырылғайны.

Йола буйынса Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Өфөлә Александр Матросов һәйкәленә сәскәләр һалынды. Митингта хөкүмәт вәкилдәре, хәрби-патриотик клубтар, ветерандар һәм кадеттар ҡатнашты. Тантана сиктәрендә һуғыш үткән ерҙәрҙә табылған 4 һалдаттың ҡалдыҡтары туғандарына тапшырылды. Йәрмәкәй, Благовар, Федоровка һәм Ҡырмыҫҡалынан һуғышҡа китеп яу яланында ятып ҡалған ил һаҡсылары тыуған яғында тыныслыҡ табасаҡ. Ғизетдин Төхвәтуллин 1941 йылдың сентябрендә хәбәрһеҙ юғалған була, эҙәрмәндәр уның шәхси әйберҙәрен Смоленск өлкәһенән алып ҡайтҡан.

Еңеү паркында ла ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар. Рәсәй Коммунистар партияһының төбәк бүлексәһе ағзалары Мәңгелек утҡа һәм Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың ҡәберенә сәскә һалыуҙа ҡатнашты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш бер ғаиләне лә урап үтмәй. Күптәргә етемлектең әсе елен дә кисерергә тура килә.

«Барыһы ла еңеү өсөн» тигән саҡырыу ҙа һәр кемдең йөрәгендә урын ала... Башҡортостанға бик күп предприятиелар эвакуациялана

Илебеҙгә азатлыҡ килтергән, фашизмды тар-мар итеүгә үҙ өлөшөн индергән сафтар йылдан-йыл һирәгәйә. Әммә хәтер мәңгелек, яу яланындағы полк та үлемһеҙ...

Гөлназ Хәйбуллина