Башҡортостанға Донбасстан күсеп килгән кешеләрҙең 52-һе эш урыны менән тәьмин ителгән

Уларҙың күбеһе үҙ һөнәре буйынса эш тапҡан, икенселәре квалификацияһын үҙгәртеп, курстар үтеп, яңы йүнәлештә эш башлаған.

Олег Стариков Башҡортостанға Украинаның Харьков өлкәһенән күсеп килгән. Тыуған яғында ул электромонтер, янғын сингализацияларын һаҡлау йүнәлешендә эшләй. 14 июлдән Олег Анатольевич «Ростелеком» компанияһының «Башинформсвязь» акционерҙар йәмғиәтендә эш башлаған. Йүнәлеш бер аҙ айырыла, бында ул телефон элемтәһе һәм радиофикация электромонтеры булып эшләй. Шуға күрә тәүҙә яңы өлкәне үҙләштерергә, курстар үтергә тура килгән. Өфө ҙур һәм матур ҡала, халҡы изге күңелле, ҡунаҡсыл, ти Олег Стариков.

Мин 19 апрелдә Украинала инем, ике көндән Башҡортостанға килеп төштөк. Ваҡытлыса ҡатынымдың туғандарында туҡталдыҡ. 24 апрелдә үк беҙгә мәшғүллек үҙәгенән шылтыраттылар һәм эш урыны тәҡдим иттеләр. Үҙемдең һөнәремә яҡын булған ошо эште һайланым, коллектив йылы ҡабул иттте. Киләсәктә Башҡортостанда йәшәргә ҡалырға уйлайым.

Олег Стариков, «Башинформсвязь» акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәре

Башҡортостанға Донбасстан ойошҡан рәүештә һәм үҙаллы 700-ләп кеше күсеп килгән. Уларҙың күбеһе профилакторийҙарҙа, ял йорттарында урынлаштырылған. Шулай уҡ туғандарында, таныштарында туҡталыусылар ҙа бар. Мәжбүри күсеп килеүселәрҙең барыһы ла теркәү үтә, уларҙы медицина ярҙамы күрһәтеү, эшкә урынлаштырыу менән бәйле проблемалар хәл ителә.

Юрий Мельников, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары

Башҡортостанға Донецк һәм Луганск республикаларынан күсеп килгән кешеләрҙең 52-һе бөгөнгө көндә эш урыны менән тәьмин ителгән. Шул уҡ ваҡытта мәшғүллек үҙәгендә теркәү, эш урындары эҙләү, яңы һөнәр үҙләштереү буйынса курстар ойоштороу дауам итә. Беҙ мәжбүри күсенеүселәрҙең һәр береһе менән шәхсән эш алып барабыҙ, проблемаларын хәл итеү өҫтөндә эшләйбеҙ.

Рәмзиә Кәримова