Һөтлө йәй. Хужалыҡтар йәшел үлән сығыу менән малдарҙы йәйләүгә күсерә. Был һауымға ыңғай йоғонто бирә. Әлеге ваҡытта һөттөң иң ҡуйы осоро. Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылынан фермер Радик Рәсүлевтың йәйләүендә лә һауым күләме юғары. Был хаҡта тулыраҡ киләһе сюжетта.
Йәйләүгә быйыл 134 баш мал сығарылған. Шуларҙың 90-ы һауым һыйыры. Әле тулайым көндәлек һауым 800 литр иҫәпләнә. Һөттөң ҡуйылығы бөгөнгө көндә 3.7 ‐ 3.8 процент тәшкил итә. Һауын иртәле-кисле башҡарыла, һөттө күберәк алыу өсөн һәр баш иҫәбенә 3 кило фураж да бирелә.
Иркен көтөүлектә малдар туйып ҡайта. Һауымдың бермә-бер күтәрелеүе урман-ҡырҙағы үлән менән бер рәттән көтөүселәрҙең үҙ эшенә нисек ҡарауынан да тора. Ошоно күҙ уңында тотоп хужалыҡта бер нисә йыл рәттән төнгө көтөү ойошторолған. Ике көтөүсе сиратлап малдарҙы киске һауындан һуң яланға ҡыуа. Һауын йәйләүенән алыҫ түгел лагерҙа тана-башмаҡтарҙы көтәләр. Йәш быҙауҙар фермала аҫрала.
Үҙ эшен яҡшы белгән фермер хужалығы етәксеһе Радик Рәсүлев малсылыҡ һәм үҫемселек тармағын алып бара. Әле бар көстө мал аҙығы әҙерләү кампанияһына һалырға иҫәп тота. Бынан тыш, Ишмырҙа ауылындағы ферманы ла быйыл капиталь ремонт көтә.