Бөйөк Ватан һуғышы башланған көндә илебеҙгә азатлыҡ яулаған, аяуһыҙ яуҙа һәләк булған һалдаттарҙы хөрмәтләп иҫкә алалар. Мишкә районының Байтур ауылында ла ил именлеге өсөн ут эсенә ингән яугирҙар иҫтәлегенә стела асылды. БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Байтур ауылы халҡы бөгөн республиканың төрлө төбәктәренән ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы илһөйәрлек сараһына йыйҙы. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына стела төҙөү – ауыл кешеләренең күптәнге хыялы. Биш йыл элек башланған изге эш ике ай ярымда тормошҡа ашырылған.
Байтур ауылынан Бөйөк Ватан һуғышының хәл иткес алыштарында ике полковник, ике капитан, 12 лейтенант ҡатнашҡан. Ҡаһарман атай-олатайҙарына стела төҙөүҙә бағыусылары Виталий Мирхәйҙәров, Илья Батыршин, Андрей Аҡмырҙиндар ярайһы матди ярҙам күрһәткән. Стеланы төҙөүҙә айырыуса ҙур ярҙам ҡулы һуҙған Владимир Аҡмырҙин, Валерий Алексеев, Андрей Агишевтарға район хәкимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Хаҡлы ялдағы ветеран-уҡытыусы Нина Зәйнуллина Байтур ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугиҙарына стела асылыуына айырыуса шат. Уның атаһы Бөйөк Ватан һуғышында Калининград йүнәлешендә алышҡан. Дүрт йыл буйы фашистарға ҡаршы хәл иткес һуғыштарҙа ҡатнашҡан.
Байтур ауылы кешеләре һәм ошо ауылдан сығыусылар Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары стелаһына сәскә гөлләмәләре һалды. Сараға йыйылыусы олоһо-кесеһе күңелендә был көн данлы хәрби юл үткән ата-бабалар рухын шатландырыу, тарихи хәтерҙе яңыртыу булып иҫтә ҡаласаҡ.
Был стелала Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 200 яугирҙың исеме мәңгеләштерелгән. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған стела ауыл кешеләре һәм яҡташтар көсө менән төҙөлгән. Киләсәктә уның тирәләй парк үҫтерергә лә ниәтләйҙәр.
Гүзәл Борханова