Исемлектә социаль әһәмиәтле проекттар тәҡдим иткән 46 коммерция булмаған ойошма күрһәтелгән. Сәләмәтлекте һаҡлау, спорт, мәҙәниәт һәм сәнғәт, социаль хеҙмәтләндереү йүнәлештәре буйынса иң күп еңеүселәр булған. Араһында “Ашҡаҙар моңдары” башҡорт халыҡ йырҙарын үҙешмәкәр башҡарыусылар конкурсы, Ҡош юлы” башҡорт бардтары фестивале, “Мәргән уҡсының 9 көньяҡ ырыуы” турниры, “Минең Рәми” төбәк-ара шиғриәт бәйгеһе, “Айыҡ ауыл” конкурсы бар. Проекттар быйыл тормошҡа ашырыла. Әйткәндәй, 30 июнгә тиклем икенсе конкурсҡа заявкалар ҡабул ителә.