Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров төбәктәр үҫеше буйынса хөкүмәт комиссияһы ултырышында ҡатнашты. Уны беренсе вице-премьер Марат Хөснуллин алып барҙы. Республика Башлығы инфраструктура өсөн бюджет кредиттары алыуға заявкалар менән таныштырҙы. Өфөлә Ағиҙел күперен ремонтлау, Кузнецов затонында мәктәп төҙөү, Нефтекамала таҙартыу ҡоролмаларын төҙөкләндереү өсөн аҡса кәрәк. Хөкүмәт комиссияһы финанслауҙы хупланы.