Өфөлә «Киләсәк фабрикаһы» инновацион эшҡыуарлыҡ йортонда айти-баҙар белгестәре ййылды

Фекер алышыуҙа Башҡортостандың инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәге, Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы вәкилдәре һәм «Сколков» фондының төбәк вәкиле ҡатнашты.

Әңгәмәнең төп маҡсаты төбәктәге яһалма интеллект өлкәһе асыштары авторҙарын ҡеүәтләү ине. Был тәңгәлдә бер нисә грант һәм льготалар уңышлы эшләп килә. Әйтәйек, йәштәр өсөн булдырылған «Студенттар стартабы» һәм «Умник» конкурстары еңеүселәре проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн федераль бюджеттан аҡса бүленә.

Быйыл айти-компаниялар хеҙмәткәрҙәре өсөн килем һалымын, унан башҡа, льготалы ипотека шарттарын төбәк кимәлендә 2 процентҡа тиклем кәметеү ҡаралған. Инновацияларға булышлыҡ итеү йүнәлешендә былтыр республикала 250 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Уларҙың күбеһе республика предприятиеларын һанлаштырыуға тотонолған.

Айти-белгестәргә беҙ матди һәм башҡа ярҙам күрһәтәбеҙ: консультациялар ойошторабыҙ, бизнес-план төҙөшәбеҙ. Финанстар тәү сиратта федераль бюджеттан бүленә. Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды асыштар менән шөғөлләнеүсе компанияларға 4 миллиондан 30 миллион һумға тиклем матди ярҙам күрһәтә. Гранттар бар, Башҡортостан предприятиелары уларҙы йышыраҡ һәм уңышлыраҡ файҙаланыр тигән ышаныстабыҙ.

Руслан Шәймөхәмәтов, Башҡортостандың инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәге директоры

Рәзилә Ғиниәтуллина