Быйыл Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында 13 мең 465 бюджет урыны бүленгән

Иң юғары күрһәткес Өфө дәүләт нефть-техник университетында, 3 мең 543 бюджет урыны, икенсе баҫҡыста 3 мең 27 квота менән Башҡорт дәүләт университеты килә. Өсөнсө урында Өфө дәүләт авиация-техник университеты, был уҡыу йорто 1 мең 965 студентты дәүләт иҫәбенә уҡытырға ниәтләй.

Башҡорт дәүләт медицина университетында ла бюджет урындары өс тиҫтәгә тиерлек артҡан. Тап ошо уҡыу йортонда үткән йылда республика буйынса иң юғары конкурс була. Мәҫәлән, стоматология факультетында бер урынға яҡынса 28 кеше дәғүә итә. Әле университетта 12 мең тирәһе егет һәм ҡыҙ белем ала. Уларҙың 3 меңе сит илдән килгән, улар 50 дәүләт вәкилдәре.

Уҡыу йорто етәкселеге билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа матди-техник яҡтан яңырыу осоро кисерелә. Уҡыу корпустары заманса талаптарға яраҡлаштырыла, яңы йәшәү урындары барлыҡҡа килә. Быйыл ятаҡ бүлмәләренә икешәр студентты урынлаштырыу күҙаллана. Төньяҡ кампустың ятағын төҙөкләндереү тамамлана. Фармация факультетының ятағы ла быйыл файҙаланыуға тапшырыла. Ҡаланың төньяҡ өлөшөндәге колледж эшмәкәрлеген тергеҙеү ҡаралған.

Башҡорт дәүләт медицина университетында быйыл бюджет урындары арттырылды. Алдағы йылдар менән сағыштырғанда, райондарҙан маҡсатлы йүнәлтмә менән килеүселәргә, етем йәки ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған абитуриенттарға квоталар күберәк бирелә. Шулай уҡ Украиналағы махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына ла урындар бүленә. Һуңғы йылдарҙа республика етәкселеге ярҙамы менән уҡыу йортоноң матди-техик яҡтан ыңғай үҙгәрештәр кисереүен билдәләргә кәрәк.

Валентин Павлов, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры

Әле Башҡорт дәүләт медицина университетында ҡабул итеү комиссияһы эшләй. Документтар ошо аҙнала ғына ҡабул ителә башлауға ҡарамаҫтан, йөҙҙән аша ғариза теркәлгән. Комиссия ағзалары әйтеүенсә, төп ағым киләһе аҙнала башлана, сөнки ошо көндәрҙә уҡыусыларҙың биология буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре килә. Документтарҙы ҡабул итеү комиссияһына шәхсән тапшырырға ла, онлайн ебәрергә лә мөмкин.

Рәмзиә Кәримова