Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары союзына 35 йыл

Иҫтәлекле дата уңайынан Бөрйән районында союздың форумы ойошторолдо. Сарала республиканың төрлө район-ҡалаларында йәшәгән әүҙем, йәмәғәт эшмәкәрлеге менән янып йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашты. Бөрйән районынан БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким репортажы.

Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары союзының 35 йыллыҡ юбилейын үткәреү өсөн Бөрйән районы осраҡлы һайланмаған. Көньяҡ Уралда йәшәүсе гүзәл заттар йәмәғәт эшмәкәрлегенән ситтә ҡалмай, социаль, мәҙәни һорауҙарҙы хәл итеү өҫтөндә әүҙем эш алып бара. Ауыр ваҡыттарҙа ауылдаштарға ярҙам ҡулы һуҙып, йәш быуынға милли ҡиммәттәрҙе еткереү һәр саҡ иғтибар үҙәгендә.

Гүзәл заттар форумында Бөрйән районы ҡатын-ҡыҙҙары күргәҙмә ойошторҙо. Улар алыҫтан килгән ҡунаҡтарға үҙҙәренең ижад емештәрен күрһәтеп, оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡлашты.

Ҡорға ҡатын ҡыҙҙар төрлө райондарҙан йыйылғайны. Улар ауылдарында төрлө йүнәлештә социаль эшмәкәрлек алып бара. Мобиль медицина, мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн түңәрәктәр ойошторусылар, экология менән бәйле проекттарҙы тормошҡа ашырыусыларҙың тырышлығы баһаланды.

Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙар союзы ярҙамында йөҙәрләгән матур йолаға нигеҙ һалған. Бында кеше бәләһенә битараф булмаған, ғаиләһенән һәм эшенән тыш йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн дә ваҡыт һәм рухи көс тапҡан гүзәл заттар тупланған.

Ҡатын-ҡыҙҙар союзының ҡыҙыҡлы башланғыстары йылдан-йыл арта. Йәмәғәт ойошмаһының эшмәкәрлеге төбәктең һәр районында дауам итә.

Флорида Ким