Радий Хәбиров Совет майҙанында һәйкәл төҙөлөшө барышы менән танышты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Совет майҙанында легендар комдив Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл төҙөлөшө барышы менән танышты. Был турала төбәк етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡҡан.

«Совет майҙанына тура эш урынымдан килдем. Был һөйкәл төҙөлөшө минең өсөн айырым тарих. Эш планға ярашлы бара, геройҙар колоннадаһы күҙгә күренеп үҫә», - тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Алдараҡ хәбәр ителеүенсә, генерал Шайморатовҡа һәйкәлде 11 октябрь – Республика көнөндә асыу күҙаллана.

Гөлдәриә Йосопова