Обливский районы Деев утарында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған 12 башҡорт һалдатына таҡтаташ ҡуйылды. Яңы исемдәрҙе асыҡлауға яҡташыбыҙ, отставкалағы подполковник, хәрби хәрәкәттәр ветераны, яҙыусы Мәхмүт Сәлимов тос өлөш индерә.
Иҫтәлекле таҡтаташты асыу тантанаһында яугирҙарҙың туғандары ла ҡатнашты. Атаһының исеме яҙылған таҡташты күргән ир уҙаманы Миҙхәт Мәмбәтовтың күҙ йәштәрен йәшермәй.
Гөлдәриә Йосопова