Һуғыш тураһында балалар. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналған ижади эштәр күргәҙмәһе асылды. Һүрәттәрҙең авторҙары – 2-8-се синыф уҡыусылары. Билдәле булыуынса, республика кимәлендә ойошторолған бәйгелә ун меңдән ашыу бала ҡатнашҡан.
Еңеүселәрҙең эштәре экспозицияға тупланған. Малай-ҡыҙҙар тарихи сығанаҡтар, ветерандандарҙың хәтирәләренә таянып, фронт һыҙығын, Ленинград блокадаһын, концлагерҙарҙы һәм тылдағы ауыр осорҙо төшөргән. Аҡ ҡағыҙ биттәрендә Бөйөк Еңеү көнө лә сағылыш тапҡан.
Парламент етәкселеге СССР-ҙың халыҡ артисы, Рәсәйҙең Хеҙмәт геройы Василий Лановой иҫтәлегенә ойошторолған Бөтә Рәсәй ижади конкурс еңеүселәрен дә бүләкләне. «Йөрәктәрҙе уятып» тип исемләнгән бәйге Бөйөк Ватан һуғышы темаһына арналған рус әҙәбиәте һәм шиғриәт мираҫын өйрәнеүгә йәмәғәт иғтибарын арттырыуға йүнәлтелгән. Күләмле сарала ҡатнашыусылар иҫәбе буйынса Башҡортостан илдең иң әүҙем ун төбәге исемлегенә ингән.
Гөлназ Хәйбуллина