Яугирҙарҙың исеме ҡайтты дан булып

Ростов өлкәһенда Деев утарын фашист илбаҫарҙарынан азат итеү өсөн башын һалған 112-се башҡорт атлы дивизияһы һалдаттарының исеме асыҡланып, урындағы туғандар ҡәберлегендә мәңгеләштерелде. Батыр яҡташтарыбыҙҙы иҫкә алыу һәм хөрмәтләү сараһында уларҙың яҡындары ла ҡатнашты. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин әҙерләгән яҙмала.

Дон далаһында һәйкәл тора. Уның тирәләй Совет һалдаттарының туғандар ҡәбере. Яугирҙарҙың барыһы ла Деев утарын фашист илбаҫарҙарынан азат итеү өсөн башын һалған.

Әхмәтхан Мәмбәтов утар өсөн барған яуҙа һәләк була. Тормош иптәше, балалары ғүмере буйына ҡәҙерле кешеләренең ҡәберен эҙләй. Атаһының ерләнгән урынын табыу кинйә улы Миҙхәткә насип булды.

Һәйкәлдә исеме мәңгеләштерелгән тағы бер яугир яҡташыбыҙҙың исеме Хәбибулла Ҡунаҡбаев. Ейәне Урал Мортазин һәм бүләләре уның ҡәберенә туған төйәге Учалынан бер ус ҡара тупраҡ алып килгән.

1942 йылдың көҙөндә Сталинградта ҡамауға алынған фашистарҙың тыл менән бәйләнешен өҙөү маҡсатында 112-се башҡорт атлы дивизияһы фронттың алғы һыҙығына рейдҡа сыға. Уларға илбаҫарҙар өсөн стратегик әһәмиәттәге Облиевская станицаһын азат итеү бурысы ҡуйыла. Уның эргәһендәге ике аэродромдан дошман ҡамауҙағы ғәскәрен тәьмин итеп торған була. Шуға ла дала уртаһындағы Облиевская нығытмалы ҡәлғәғә әйләндерелә, уның тирәләй артилерия һәм пулемет нөктәләре урынлаштырыла.

Башҡорт атлылары тиҙ арала эргә-тирәләге утарҙарҙы дошмандан таҙарта. Әммә был алыштар айырыуса ҡанлы була. Асыҡ далала дошман кавалерияға ҡаршы авиация ҡуллана. Тарихи документтарҙан күренеүенсә, Облиевская станицаһы янында урынлашҡан аэродромдарҙан истребителдәр егерме минут һайын һауаға күтәрелеп торған. Ике көн эсендә генә дивизия мең ярым самаһы яугирын юғалтҡан.

Деев утарындағы туғандар ҡәберлегендә был юлы башҡорт атлы дивизияһының 12 яугирының исеме мәңгеләштерелде. Дон далаһында ерләнгән билдәһеҙ һалдаттарҙың яҙмышын асыҡлау менән отставкалағы подполковник, яҙыусы, хәрби бәрелештәр ветераны Мәхмүт Сәлимов шөғөлләнә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ростов өлкәһе ҡанлы һуғыш майҙанына әйләнә. Билдәһеҙ һалдаттарҙың һөйәктәре әле лә был тарафтарҙа күпләп табыла. Хәтер вахаталары даими үтеп тора. Һуңғы һалдат ерләнгәнсе һуғыш дауам итә.

Рафиҡ Әхмәтшин