Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса советына үҙгәрештәр индерелде

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, Совет рәйесе итеп Зөлфиә Ғайсина тәғәйенләнгән.

БЮТ-ҡа биргән интервьюһында Зөлфиә Ғайсина совет составының яртыһы яңырыуын, уның элеккесә кеше хоҡуҡтарын боҙоу осраҡтарын асыҡлау өлкәһендә әүҙем эшләйәсәген, был йәһәттән өлөшләтә төҙөлөштө алданыусылар мәнфәғәттәре лә иғтибар үҙәгендә буласағын белдерҙе. Шулай уҡ туризм өлкәһен үҫтерүгә лә иғтибар бүленәсәк. Бынан тыш, Донбасста йәшәүселәргә ярҙам күрһәтеләсәк.

Донбаста йәшәүселәр менән мөғәләмә итеү бөгөнгө көндә совет эшмәкәрлегенең алдынғы урынында торасаҡ. Быйыл мартта Донбассҡа барғанда мин күп кенә йәмәғәт ойошмалары менән бәйләнеш булдырҙым. Донбасс халҡына Рәсәй ҡануниәтенә адаптация үтергә ярҙам итеү өсөн хемәтәшлекте дауам итергә кәрәк, тип уйлайым.

Зөлфиә Ғайсина, Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе