Өфөлә дәүләт һәм муниципаль идара системаһын камиллаштырыу мәсьәләләре ҡаралды

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында 5-се Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция үтте.

Түңәрәк өҫтәлдә хәҙерге ысынбарлыҡта дәүләт һәм муниципаль идара системаһын камиллаштырыу тураһында барҙы.

Халыҡ-ара кимәлдә үткән конференция эше ике секцияла ойошторолдо. Тәүгеһендә бөгөнгө шарттарҙағы дәүләт идараһы, икенсеһендә муниципаль мәсьәләләр тикшерелде. Делегаттар араһында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, дәүләт һәм муниципаль власть органдары етәкселәре, ғилми хеҙмәткәрҙәр, студенттар, Донецк халыҡ республикаһы башлығы ҡарамағындағы дәүләт идара итеү академияһы ректоры урынбаҫары ла бар ине.

Докладтың төп өлөшө дәүләт органдары эше һөҙөмтәлеме, түгелме икәнлеген асыҡлауға арнала. Был процесты нисек итеп ойоштороу ысулдары менән бүлешәсәкмен.

Роман Ободцев, Донецк халыҡ республикаһы башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы проректоры

Гүзәл Борханова