Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Туймазы, Шаран һәм баҡалы райондарында мөһим кампания барышы менән танышты.
Эш сәфәре барышында быйылғы һауа шартарында мал аҙығы әҙерләү үҙенсәлектәре , дәүләт ярҙамын алыу мөмкинлектәре өйрәнелде. Ведомство етәксеһе шулай уҡ ашлыҡ һаҡлау, йәшелсә-емеш үҫтререү предприятиелары менән дә танышты.
Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, йылдың ямғырлы килеүе культураларға яҡшы тәьҫир итте, әммә артабан да шулай дауам итһә, дымдың насар булыуы ихтимал.