Өфө районы Цюрупа исемендәге совхозда мең ярым гектар майҙанда майлы, техник, ужым культуралары һәм быйыл тәүге тапҡыр сафлор сәселгән. Быға тиклем алынған уңыштың күп өлөшө Европа илдәренә һатылған.
Һуңғы ваҡытта санкция тыуҙырған ҡатмарлыҡтарға бәйле, етәкселәр продукцияны эске баҙарҙа һатырға ниәтләй. Улар төбәк кибеттәренә йүнәлтеләсәк. Был предприятие өсөн тәүге тәжрибә булмаҡсы. Әлеге ваҡытта яландарҙа химик эшкәртеү, гәрсис, шалҡан ултыртыу һәм бураҙналарҙы тырмау эштәре бара.
Цюрупа исемендәге совхозда финанс мәсьәләһен хәл итеүҙә Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығының Гарантия фонды булышлыҡ итә. Кредит алыуҙа ойошма яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыусы булып сығыш яһай. 15 миллион һумға предприятие гербецидтар, яғыулыҡ һәм ашлама менән тәьмин ителә. Ваҡытлы ярҙам баҫыу эштәрен туҡтатмай, яйға һалырға мөмкинлек бирә.
Рәзилә Ғиниәтуллина