Бөгөн Өфөлә республика табиптарын ҡотлайҙар

Медицина хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһы бер нисә майҙансыҡта үтә. Башҡортостан парламентында аҡ халатлыларға Почет грамоталары тапшырылды. “Медицина хеҙмәткәрҙәре үҙенсәлекле кешеләр. Улар кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу өсөн үҙҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя, хатта ҡорбан итә”, - тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығында ла бер төркөм табиптарға дәүләт бүләктәре тапшырылды. Өфө районы Михайловка ауылы амбулаторияһы шәфҡәт туташы Руфина Миңлеғәлиеваға “Башҡортостандың атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре” исеме бирелде. Ул тәьҫораттары менән уртаҡлаша.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Табип хеҙмәте – батырлыҡ. Медицина хеҙмәткәрҙәренә оло бурыс һәм ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Улар быны намыҫ менән башҡара”, - ти Һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Медицина хеҙмәткәрҙәренә арналған тантананың төп өлөшө баш ҡаланың “Ватан” этнопаркында ойошторола. Унда табиптарға, шәфҡәт туташтарына, фельдшерҙарға дәүләт наградалары тапшырыла. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, бүләктәр араһында Лука Крымский миҙалы, Рәсәй Президентының Рәхмәт хаты, илдең һәм республиканың маҡтаулы исемдәре бар.