Бөгөн республикала медицина хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләйҙәр. Өфөлә үткән тантанала Башҡортостан Башлығы аҡ халатлыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм рәхмәт белдерҙе. “Табиптар, фельдшерҙар, шәфҡәт туташтары, акушерҙар һәм санитарҙар һәр саҡ халыҡҡа ярҙам күрһәтергә әҙер. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветерандары алдында баш эйәм”, - тине Радий Хәбиров.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтСарала коронавирус пандемияһы осоронда вафат булған медицина хеҙмәткәрҙәрен бер минут тын ҡалып иҫкә алдылар. Республика етәксеһе Радий Хәбиров бер төркөм медицина хеҙмәткәрҙәренә Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтайҙа уҙған тантанала 50-нән ашыу медицина хеҙмәткәренә Дәүләт Думаһының Рәхмәт хаттары һәм Республика парламентының Почет грамоталары тапшырылды. Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә иғтибар арта бара, эҙмә-эҙлекле саралар ярҙамында ярайһы уҡ уңыштарға өлгәшелде, ти Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшева.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБүләкләнеүселәр араһында Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһынан анестизиолог-ревмотолог Вадим Ғәлиәхмәтов менән Өфөнөң 43-сө поликлиникаһынан табип-эндокринолог Әнүзә Ғофраева бар. Улар тәъҫораттары менән уртаҡлаша.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРәсәйҙә медицина хеҙмәткәрҙәре көнө июндең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә.