Бөгөн Өфөлә республика табиптарын бүләкләнеләр

Өс йөҙ самаһы медицина хеҙмәткәренә Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт наградалары тапшырылды. Башҡорт дәүләт медицина университеты проректоры ярҙамсыһы Зөфәр Мортазин Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды. Зөфәр Йәдкәр улы хеҙмәт юлын Белоретта башлай. 1987 йылда Һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫы итеп тәғәйенләнә. 1995-1999 йылдарҙа ведомство башлығы була. Байтаҡ йылдар Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһын етәкләй. “Салауат Юлаев ордены яңы уңыштарға әйҙәй”, - ти танылған табип.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Рузил Ғәлиев йәш белгестәрҙең береһе. Ул Башҡорт дәүләт медицина университеты ординаторы. “Бөгөнгө байрамда остаздарым менән бер сафта торам. Был ҙур ғорурлыҡ. Рәсәй Президенты булдырған миҙалды алыу ҙур яуаплылыҡ өҫтәй”, - ти Рузил.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт