Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров  "Транспорт сәғәте" кәңәшмәһен уҙғарҙы

Унда ҙур инфраструктура проекттарын ғәмәлгә ашырыу  тураһында һүҙ барҙы. Өфөлә 1 сентябргә тиклем Салауат Юлаев  проспекты һәм  Зәки Вәлиди  урамы  киҫешкән урында  биләмәләрҙе йәшелләндереү  тамамлана.  Киров  районында  Пугачев  урамында  реконструкция башланды.   Ағиҙел күперендә  ремонтты  2024 йылға  тамамлау  көтөлә.  Йыл аҙағына  тиклем Зинин ауылында  тимер юл аша күпер файҙаланыуға  тапшырыла.  Шулай уҡ Әй, Эшсе хәбәрселәр урамдарын реконструкциялауға әҙерлек бара. Республика Башлығы  Радий  Хәбиров эштәрҙең бөтә этаптарын  теүәл башҡарырға ҡушты,  объекттар ваҡытында файҙаланыуға тапшырылырға  тейеш тип белдерҙе.