Башҡортостанда быйыл 122 биләмә тәртипкә килтерелә

Премьер-министр Андрей Назаров телеграм-каналында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты үтәлеше менән таныштырҙы. Һуңғы өс йылда район һәм ҡалаларҙа 434 биләмә төҙөкләндерелгән. Республикала иҫке йорттарҙан күсереү программаһы ла тормошҡа ашырыла. Бының өсөн федераль һәм төбәк ҡаҙналарынан 1 миллиард 100 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. 12 район һәм ҡалала йәшәгән 1 мең ярымдан ашыу кеше яңы йорт туйлай аласаҡ.