Бөгөн илдә статистика хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә

Ошо аҙнала Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың тәүге һөҙөмтәләре иғлан ителде. Ил халҡы 147 миллионға еткән.Башҡортостан халыҡ һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында етенсе урында, беҙҙә 4 миллион 91 мең кеше йәшәй. Был Волга буйы федераль окургындағы иң юғары күрһәткес. Белгестәр әйтеүенсә, республикала ауылдан ҡалаға күсеүселәр күбәйгән. Өфөлә йәшәүселәр, 2010 йыл менән сағыштырғанда, 9 проценҡа артҡан. Баш ҡала халыҡ һаны буйынса Омск һәм Дондағы Ростов ҡалаларын ҡыуып еткән.