Башҡортостанда ҡуртым хаҡын арттырмаған сауҙа комплекстары һалым түләүҙән бушатыла

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ошоға бәйле закон проекты бар. Документ ваҡлап сауҙаға булышлыҡ итеү, санкциялар эҙемтәләрен кәметеү маҡсатынан әҙерләнә. Февралдә ҡайһы бер халыҡ-ара брендтар Рәсәйҙән китте. Шуға сауҙа комплекстарында майҙандар бушап ҡалды. Сауҙа үҙәктәрендә 100 меңдән ашыу кеше эшләй. Хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү өсөн магазин хужаларын милек өсөн һалым түләүҙән бушатырға тәҡдим ителә.