Күңел һәм намыҫ ҡушыуы буйынса Донбасста кешелек бурысын үтәү. Былар бөтәһе лә бөгөнгө табиптар тураһында. Улар һәр ваҡыт ауыр саҡта ярҙамға килә. Бөгөн Башҡортостан табиптарын ҙурланы.
Иртәнге сәғәттәрҙә баш ҡаланың бер нисә майҙанында медицина хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәр тапшырылды. Шулай уҡ йылдың иң яҡшы табиптары тәбрикләнде. Өсөнсө тапҡыр быйыл аҡ халатлылар парады үтте. Медицина хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң үҙәк урамдарынан тигеҙ сафта ғорур атлап үтте. Медицина хеҙмәткәрҙәрен ҙурлау көнө тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры алдындағы майҙандан аҡ халалтлылар коллоннаһы ҡуҙғала. Өфө үҙәгендәге Зәки Вәлиди урамы буйлап тигеҙ сафта төрлө һаулыҡ һаҡлау ойошмаларының хеҙмәткәрҙәре атлай. Ҡулдарында еңеү байрағы кеүек медицина учреждениеларының штандарттары күтәрелгән.
21-се быуат афәттәренә ҡаршы торған төп көс, табиптар, шәфҡәт туташтары, фельдшерҙар илебеҙҙең һәм халҡыбыҙҙың санитар эпидемиология именлеген тәьмин итә. Аҡ халатлы яугирҙар ҙур ҡалалар, ҡасабалар һәм бәләкәй ауылдарҙа йәшәүселәрҙең һөйөүен һәм ихтирамын ҡаҙанған.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, парадта 700 самаһы табип ҡатнашты. Аҡ халатлылар атлағанда берҙәмлек рухы һиҙелде. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә оҙаҡ эшләгән күп кенә белгестәр әйтеүенсә, улар бындай сарала беренсе тапҡыр ҡатнаша.
Парадта хеҙмәт династиялары ла бихисап. Улар нәҫеле менән халыҡ сәләмәтлеге һағында тора. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы, профессор Мәхмүзә Ғәйнуллина шундай ҙур табиптар ғаиләһенән.
Аҡ халатлылар иғтибар үҙәгендә. Башҡортостан башлығы халыҡ сәләмәтлеге һағында торған табиптар, шәфҡәт туташтары, фельдшерҙарға дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләктәр араһында Лука Крымский миҙалы, Рәсәй Президентының Рәхмәт хаты, илдең һәм республиканың маҡтаулы исемдәре бар. Телмәрендә Башҡортостан башлығы коронавирус пандемияһы осоронда фиҙакәрлек күрһәткән медицина хеҙмәткәрҙәренә ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, ковид ҡорбандары булған аҡ халатлылар иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан итте.
Бөгөн шулай уҡ медицина учреждениеларының машиналар паркы ла яңырҙы. Дауахана һәм поликлиникаларға Рәсәйҙә сығарылған өр-яңы автомобилдәрҙең асҡыстары тапшырылды.
Табиптар Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай бинаһында ла тәбрикләнде. Аҡ халалтлыларҙы республика парламенты рәйесе Константин Толкачев бүләкләне. Дәүләт наградаларын алыусылар араһында Өфөнөң 43-сө поликлиникаһы табип эндокринологы Әнүзә Ғофраева ла бар.
Тәбрикләү тантанаһы республика менән идара итеү үҙәгендә лә ойошторолдо. Аҡ халатлыларҙы Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров бүләкләне. Башҡортостан табиптары коронавирус менән көрәштең алғы һыҙығында булды. Әле улар күңел һәм намыҫ ҡушыуы буйынса йәнә ҡыҙыу нөктәлә. Донбаста яуҙа яраланған һалдаттарға ярҙам күрһәтә. Украина агрессияһынан ыҙа сиккән халыҡтың сәләмәтлеген нығытыуға, һаулыҡ һаҡлау системаһы эшмәкәрлеген тергеҙеүгә булышлыҡ итә.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет теарында һаулыҡ һаҡлау фронтының алғы һыҙығында торған белгестәрҙе Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин бүләкләне. Маҡтаулы исемгә лайыҡ булыусылар араһында Благовещен үҙәк район дауаханаһының бүлек мөдире Заһир Ғәбдехаҡ улы Зарипов та бар
Медицина хеҙмәткәрҙәре – беҙҙең дәүер геройҙары. Уларҙың фиҙаҡәрлеге һәм батырлығы алдында баш эйәбеҙ. Рәхмәт һеҙгә табиптар.
Рафиҡ Әхмәтшин